Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары/Архив/1

20 декабрь 2012 йыл

үҙгәртергә

25000-се мәҡәлә ҡуйылған. Исеме Башҡорт аты, беренсе яҙыусылары Саган һәм Азат Хәлилов, Википедияға ҡуйыусы Haqmar.

27 ноябрь 2012 йыл

үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһы өсөн махсус футболка сығарылды. Дизайн эшләүсе һәм етештереүсеһе БашАрт — Башҡорт ижади берекмәһе.

10-11 ноябрь 2012 йыл

үҙгәртергә

Мәскәү ҡалаһында үткән Вики-конференция 2012 сиктәрендә Рәсәй халыҡтары телендә вики-проекттар тигән түңәрәк өҫтәл үтте. Ойоштороусылары Саха Википедияһынан Halan Tel һәм Башҡорт Википедияһынан Рөстәм Нурыев булды.

31 октябрь 2012 йыл

үҙгәртергә

20000-се мәҡәлә, исеме Башҡорт ихтилалы (1681—1684), беренсе яҙыусыһы Саган.

26-27 октябрь 2012 йыл

үҙгәртергә

«Биләмәләрҙе ойоштороу: статика, динамика һәм идаралау» исемле IX-сы Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла (сит ил ҡатнашлығында, Өфө, БГПУ, 2012) Башҡорт Википедияһынан Рөстәм Нурыев ҡатнашты. Ул «Тыуған яҡты өйрәнеүҙә Интернет селтәре технологиялырын ҡулланыу» тигән семинар үткәрҙе. Семинар барышында «ирекле мәғлүмәт» сәйәсәтенең эстәлеге, Википедия волонтерҙарының эшмәкәрлеге, 2012 йылдың апрелендә Алматы ҡалаһында үткән Халыҡ-ара төрки телле Википедиялар конференцияһы, Башҡорт Википедияһы тураһында йөкмәткеле сығыш яһаны.

27-28 сентябрь 2012 йыл

үҙгәртергә

Башҡортостан Фәндәр Академияһының «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы үткәргән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында һәм «Башҡорт Википедияһы үҫеше мәсьәләләре»(рус. ) буйынса сығыш яһаны.

8 июнь 2012 йыл

үҙгәртергә

Юлдаш радиоһы менән Башҡорт Википедияһы дуҫлыҡтарын нығытты. Юлдаш радиоһы Аулаҡ тапшырыуында Рөстәм Нурыев Википедия һәм башҡа туғандаш проекттар хаҡында һөйләне.

7 июнь 2012 йыл

үҙгәртергә

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филология факультеты уҡытыусылары менән Рөстәм Нурыев осрашты. Википедия һәм башҡа туғандаш проекттар хаҡында һөйләне. Артабан бергәләп эшләргә килештеләр.

4 июнь 2012

үҙгәртергә

Юлдаш радиоһы сайтында Башҡорт Википедияһын дуҫтар исемлегенә индерҙе.

1 июнь 2012

үҙгәртергә

Бөтә донъя халыҡтары телендә төҙөлгән Викикитапхананың Башҡорт бүлегенә әкиәттәр һәм балалар өсөн әҫәрҙәр ҡойоу буйынса бәйге иғлан ителде. Бәйге хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Викикитапханала уҡығыҙ.

28 апрель 2012

үҙгәртергә

Бөтә донъя халыҡтары телендә төҙөлгән Викикитапханла Башҡорт бүлеге асылған икән. Бөгөн «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостары китапханаға ҡуйылды. Википедистар был йүнәлеште лә ҡурсаларҙар тигән уйҙабыҙ.

20-21 апрель 2012

үҙгәртергә

Башҡорт Википедияһынан Зөфәр Сәлихов, Азат Хәлилов, Рөстәм Нурыев төрки телле Википедиялар конференцияһында (Алматы 2012) ҡатнашты.

26 Март (Буранай) 2012

үҙгәртергә

Баш биткә Башҡортса тигән интервики ҡуйҙы.

17 Март (Буранай) 2012

үҙгәртергә

Ҡатнашыусы Саганға бей тамғаһы бирелде. Ҡотлайбыҙ!

24 Февраль (Шаҡай) 2012

үҙгәртергә

Ҡатнашыусы Саганға хаким тамғаһы бирелде. Ҡотлайбыҙ!

25 Ғинуар (Һыуығай) 2012

үҙгәртергә

7 ҡатнашыусыға махсус бүләк иғлан ителде.

20 Ғинуар (Һыуығай) 2012

үҙгәртергә

Ҡатнашыусы:Bolatbek ярҙаманда Рәсәй йылғалары тураһында 9200 мәҡәлә ҡойолдо. Мәҡәләләр һаны 15 521-гә тулды.

11 Ғинуар (Һыуығай) 2012

үҙгәртергә

Comp1089 ҡатнашыусыһына бей тамғаһы бирелде!

11 Сентябрь (Һарысай)

үҙгәртергә

EmausBot боты Башҡорт Википедияһында күп мәҡәлә яһаған. Һөҙөмтәлә Башҡорт Википедияһында 5000-дән күберәк мәҡәлә! Ҡотлайым! Ҡаташыусы Emaus-ҡа бик ҙур рәхмәт! Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? — Шәмбе, 3 август 2024 / 28 Таммуза 5784 14:02, 11 Сентябрь (Һарысай) 2011 (UTC)

24 Июль (Майай) 2011

үҙгәртергә

1400-се мәҡәлә: Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы

31 Ғинуар (Һыуығай) 2011

үҙгәртергә

Химик элемент тигән 1100-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 12:31, 1 Февраль (Шаҡай) 2011 (UTC)

3 Декабрь (Аҡъюлай) 2010

үҙгәртергә

Ҡатнашыусы:18mk декабрь айы көндәре тураһында буш мәҡәләләр теркәне. Шулай итеп тарихи ваҡиға, 1000-се мәҡәлә теркәү, мәғәнәһеҙ килеп сыҡты. Ҡатнашыусы:18mk-ға «әүҙемлеге» өсөн ҙур «рәхмәт» белдерҙем. --Рөстәм Нурыев 06:12, 3 Декабрь (Аҡъюлай) 2010 (UTC)

«…Википедия энциклопедияһы тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. „Шоңҡар“ҙың яңы һанында Башҡорт википедияһы һәм уны тормошҡа ашырыусы замандаштарыбыҙ хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелгән…» «Шоңҡар» журналының 11-се һанлы номерынан анонс

Коми-зырян теле тураһында 900-се мәҡәлә яҙыла башланды Вячеславшулай уҡ Comp1089 aralaşırbıđmı? 16:14, 31 Октябрь (Ҡарасай) 2010 (UTC)

Фил йылы тураһында 800-се мәҡәлә яҙыла башланды. Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 16:52, 27 Август (Урағай) 2010 (UTC)

Ҡәғбә тураһында 700-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Haqmar 10:02, 13 Июль (Майай) 2010 (UTC)

Болгария тураһында 600-се мәҡәлә яҙыла башланды. --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 16:10, 14 Март (Буранай) 2010 (UTC)

Tlustulimu ҡатнашыусыһы тарафынан булдырылған мөхәррирләнгән Баш Бит коды Баш биттә ҡулланыла. --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 14:27, 18 Февраль (Шаҡай) 2010 (UTC)

Идиш тураһында 500-се мәкәлә яҙыла башланды --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 17:17, 7 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре тураһында 400-се мәкәлә яҙыла башланды --Рөстәм Нурыев 11:13, 17 Июль (Майай) 2008 (UTC)

Ҡырмыҫҡалы ауылы тураһында 300-се мәкәлә яҙылды.--Rad8 08:18, 4 Апрель (Алағарай) 2008 (UTC)

Башҡорт Википедияһында Ризаитдин Фәхретдинов тураһында 250-се мәҡәлә яҙылды. --Haqmar 21:13, 24 Ғинуар (Һыуығай) 2008 (UTC)

Википедияның Белешмә бүлемендә «Яңы башлаусылар өсөн» бүлеге яҙылып бөттө. Википедияға яңы килгәндәр өсөн файҙаһы булыр тип өмөтләнәбеҙ.--Haqmar

Haqmar үҙ ирке менән Википедияның башҡорт бүлегендә хаким вазифаһын үтәй башланы.

Исемдәр арауығы башҡортсаға тәржемә ителде. --Рөстәм Нурыев 07:57, 7 сентября 2006 (UTC)

август 2006

үҙгәртергә

Википедияның Башҡорт бүлегендә Белешмә бүлеме тәржемә ителә башланды. Haqmar шөғөлләнә. --Рөстәм Нурыев 07:57, 7 сентября 2006 (UTC)

Википедияның Башҡорт бүлегендә Химия исемле 100-се мәҡәлә яҙылды. Беренсе авторы Mutagar . Иншалла, Википедияның Башҡорт бүлеге үҫеш юлында. --Рөстәм Нурыев 03:37, 9 апреля 2006 (UTC)

Үткәндәге һымаҡ төшөнкөлеккә бирелергә сәбәп юҡ. Википедияның Башҡорт бүлеге үҫеш юлында. Mutagar әүҙем ҡатнашыусы. Әлеге ваҡытҡа 71 мәҡәлә. --Рөстәм Нурыев 18:59, 4 марта 2006 (UTC)

Башҡорт телендәге энциклопедияла әле һаман бер үҙем. Mutagar исемле кеше лә юғалды. Бөгөнгө көнгә 54 мәҡәлә бар. Ғинуар айы башы менән сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. Бөгөн Рәүил Бикбаевтың Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ! тигән шиғырын ҡабат уҡыным. Һеҙгә лә тәҡдим итәм. Бик йөкмәткеле шиғыр. --Рөстәм Нурыев 16:04, 19 февраля 2006 (UTC)

Хаким һәм бей хоҡуҡтарына эйә булдым. Тәржемә эше менән шөғөлләнәм --Рөстәм Нурыев 06:58, 31 января 2006 (UTC)

  • Беҙҙең логотиптағы АЗАТЛЫ һүҙе ИРЕКЛЕ һүҙенә алыштырылды. Быны урыҫ ВИКИ — һындағы Kneiphof исемле хәким (админ) эшләне. Рәхмәтлебеҙ. --Рөстәм Нурыев 05:58, 11 января 2006 (UTC)
  • Мөрәжәғәт һәм Обращение бик күп киң мәғлүмәт сараларына, башҡорт телендәге сайт вебоҫталарына ебәрелде. --Рөстәм Нурыев 05:58, 11 января 2006 (UTC)

Кисә беҙҙең хаким (админ) Untifler менән бәйләнеш урынлаштырҙым. Башҡорт Википедияһын төҙөүҙә ҡатнашыусылар йәлеп итеү маҡсатында Мөрәжәғәт һәм Обращение яҙҙым. Уҡығыҙ, таратығыҙ! --Рөстәм Нурыев 04:40, 10 января 2006 (UTC)

Бөтәгеҙҙе лә Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым! Мин башҡорт телендәге Википедияға теркәлдем. Һеҙҙе лә саҡырам. Әйҙәгеҙ бергәләп үҙебеҙҙең телде һәм халҡыбыҙ тураһындағы хәҡиҡәтте бөтөн ғәләмгә еткерәйек. Теркәлеү урыны. — --Рөстәм Нурыев 15:52, 30 декабря 2005 (UTC)

16 апрель 2005 йыл аноним яҙыусы тарафынан Башҡортостан исемле беренсе мәҡәлә яҙылған. Башҡорт Википедияһының тыуған көнө булып иҫәпләнә.

2 Июнь (Һөтай) 2002

үҙгәртергә

Википедияның башҡорт теле бүлегенә тәүге нигеҙ ташы һалынған көн. --Рөстәм Нурыев 16:04, 16 Ноябрь (Ҡырпағай) 2010 (UTC)