Эстәлеккә күсергә

Троя һуғышы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл: 23 юл:
Гректор Тенедос утрауына туҡтайҙар, Ахилл утрауҙың батшаһы Тенесты үлтерә. Гректар үҙ аллаларына ҡорбан килтергәндә Филоктетты йылан саға. Уны утрауҙа ҡалдыралар. Ахилл Кикнды үлтергәс кенә гректар Троада ярына сыға алалар. Ярға аяҡ баҫҡан тәүге ахейҙарҙың береһе Протесилайҙы Гектор үлтерә.

Грек ғәскәре Троя тигеҙлегендә лагерь булып урынлашҡас, Одиссей менән Менелай Еленаны ҡайтарыу һәм эште килешеү менән тамамлау маҡсатында ҡалаға бара. Әммә, Еленаның теләгенә һәм Антенорҙың кәңәшенә ҡарамаҫтан, трояндар Еленаны биреүҙән баш тарта. Гектор етәкселек иткән трояндар ғәскәре гректарҙыҡынан кәмерәк була һәм, көслө, күп һанлы яуҙаштары (Эней, Главк һ. б.) булһа ла, Ахиллестан ҡурҡып, хәл иткес һуғышҡа инмәйҙәр.
Грек ғәскәре Троя тигеҙлегендә лагерь булып урынлашҡас, Одиссей менән Менелай Еленаны ҡайтарыу һәм эште килешеү менән тамамлау маҡсатында ҡалаға бара. Әммә, Еленаның теләгенә һәм Антенорҙың кәңәшенә ҡарамаҫтан, трояндар Еленаны биреүҙән баш тарта. Гектор етәкселек иткән трояндар ғәскәре гректарҙыҡынан кәмерәк була һәм, көслө, күп һанлы яуҙаштары ([[Эней]], Главк һ. б.) булһа ла, Ахиллестан ҡурҡып, хәл иткес һуғышҡа инмәйҙәр.

Ахиллес Троил һәм Полидорҙы үлтерә, Ликаонды әсирлеккә ала.
Ахиллес Троил һәм Полидорҙы үлтерә, Ликаонды әсирлеккә ала.

09:35, 9 февраль 2017 өлгөһө

Троя һуғышы — Гомер эпосы ижад ителгәнгә тиклем үк уның хаҡында грек халҡы араһында риүәйәттәр таралған һуғыш.

Троя һуғышы ваҡиғаларының иң ентекле тасуирланышы ике поэмала — «Илиадала» һәм «Одиссеяла» һаҡланған: Троя геройҙары һәм Троя һуғышы ваҡиғалары башлыса тап ошо поэмалар арҡаһында дан ала. Һуғыш башланыуҙың сәбәбе итеп Гомер квази-тарихи фактты — Еленаны урлауҙы күрһәтә.

Троя һуғышы, күпселек тишеренеүселәр фекеренсә, б. э. т. XIII—XII быуаттарҙа була. Бәғзе ғалимдар был һуғышты уйҙырма тип атай.

Троя һуғышы
Иоанн Георг Траутманн. «Трояның еңелеүе»
Дата

б. э. т. XIII—XII быуаттар сиге

Урыны

Троада

Нәтижә

Трояның еңелеүе

Ҡаршы тороусылар

Гректар (Ахейҙар)

Трояндар

Командирҙар

Агамемнон
Менелай
Нестор
Ахилл
Одиссей
Аякс Великий
Аякс Малый
Неоптолем
Диомед
Сфенел
Эвриал
Аркесилай
Леит
Пенелей
Профоенор
Клоний
Аскалаф
Ялмен
Схедий
Эпистроф

Елефенор
Менесфей
Агапенор
Амфимах
Фальпий
Диор
Поликсен
Мегес
Фоант
Идоменей
Мерион
Тлеполем
Нирей
Фейдипп
Антиф
Протесилай
Подарк
Филоктет
Подалирий
Махаон
Эврипил
Полипет
Леонтей
Гуней
Профой
Паламед

Приам
Гектор
Парис
Эней
Арелох
Акамант
Пандар
Амфий
Адраст
Асий
Гиппофой
Пилей
Пейрос
Акамант (сын Эвсора)
Евфем
Пирехм
Пилемен
Одий
Эпистроф
Хромий
Энном
Форкис
Асканий
Антиф
Месфл
Амфимах
Наст
Сарпедон
Главк
Эврипил
Рес
Пентесилея
Мемнон

 Троя һуғышы Викимилектә

Һуғыш алдынан

Боронғо грек эпосына ярашлы, герой Пелейҙың һәм нереида Фетиданың туйына, саҡырыу алмаған низағ алиһәһе Эриданан тыш, Олимптың бар аллалары килә. Эрида был туйға «Иң һылыуға» тигән яҙыу менән Гесперидаларҙың алтын алмаһын ырғытып китә. Был исем өсөн Гера, Афина һәм Афродита араһында бәхәс сыға. Улар Зевстан ҡарар көтәләр, әммә ул береһенә лә өҫтөнлөк биргеһе килмәй, сөнки иң гүзәле тип ул Афродитаны һанай, ләкин Гера уға ҡатын, ә Афина ҡыҙы тура килә. Шуға ул бәхәсте хәл итеүҙе Парисҡа бирә.

Парис өҫтөнлөктө мөхәббәт алиһәһенә биргән, сөнки Афродита уға донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙҙың — Менелай батшаның ҡатыны Еленаның һөйөүен вәғәҙә итә. Парис Спартаға Ферекл төҙөгән карапта китә. Менелай ҡунаҡты асыҡ йөҙ менән ҡаршылай, әммә олатаһы Катрейҙы ерләү өсөн Критҡа китергә мәжбүр була. Афродита Еленаны Парисҡа ғашиҡ итә һәм улар Менелайҙың байлығын, Эфра һәм Климена исемле ҡол ҡыҙҙарҙы алып Троянан ҡасалар.

Еленаны урлау Паристың халҡына һуғыш иғлан итеүгә иң яҡын сәбәп була. Үс алыу теләге менән Менелай һәм уның ағаһы Агамемнон грек батшаларын йөрөп сығып, уларҙы Трояға ҡаршы яуға өндәйҙәр. Хәрби походтың баш етәксеһе итеп Агамемнон һайлана, унан ҡала ғәскәрҙә өҫтөнлөклө урындарҙы Менелай, Ахилл, Бөйөк Аякс һәм Кесе Аякс, Тевкр, Нестор, Одиссей, Диомед, Идоменей, Филоктет һәм Паламед биләй.

Һуғышҡа барыһы ла теләп бармаған. Одиссей, аҡылдан яҙғанға һалышып, ситтә ҡалырға маташа, әммә Паламед уның ялғанын аса. Кипр батшаһы Кинир гректарға ҡушылмай. Пемандр һәм Тевтис походта ҡатнашмай. Фетида улын Скирос утрауының батшаһы Ликомедта йәшереп ҡарай, әммә Одиссей уны таба һәм Ахилл теләп яуға ҡушыла. Ликомедтың ҡыҙы Деидамия Ахиллға Неоптелем исемле ул таба.

100 000 һуғышсынан һәм 1186 караптан торған ғәскәр Авлид гаванендә (Беотияла, Эвбея менән Грецияның ҡитға өлөшөн айырып торған боғаҙҙа) йыйыла.

Бында ҡорбан салған ваҡытта миһрап аҫтынан йылан шыуышып сыға һәм, һигеҙ турғай балаһы менән инә турғайҙы ашағас, ташҡа әйләнә. Ғәскәрҙәге күрәҙәселәрҙең береһе Калхант был хәлде һуғыш туғыҙ йыл барасаҡ һәм унынсы йылға Трояны алыу менән тамамланасаҡ, тип юраған.

Һуғыштың башы

Гректар караптарҙа Азияға етәләр. Улар яңылыш ярға төшәләр, шунан уларҙы дауыл Авлидаға алып китә, Артемидаға Агамемнондың ҡыҙы Ифигенияны ҡорбан иткәс кенә икенсе тапҡыр Трояға китәләр.

Гректор Тенедос утрауына туҡтайҙар, Ахилл утрауҙың батшаһы Тенесты үлтерә. Гректар үҙ аллаларына ҡорбан килтергәндә Филоктетты йылан саға. Уны утрауҙа ҡалдыралар. Ахилл Кикнды үлтергәс кенә гректар Троада ярына сыға алалар. Ярға аяҡ баҫҡан тәүге ахейҙарҙың береһе Протесилайҙы Гектор үлтерә.

Грек ғәскәре Троя тигеҙлегендә лагерь булып урынлашҡас, Одиссей менән Менелай Еленаны ҡайтарыу һәм эште килешеү менән тамамлау маҡсатында ҡалаға бара. Әммә, Еленаның теләгенә һәм Антенорҙың кәңәшенә ҡарамаҫтан, трояндар Еленаны биреүҙән баш тарта. Гектор етәкселек иткән трояндар ғәскәре гректарҙыҡынан кәмерәк була һәм, көслө, күп һанлы яуҙаштары (Эней, Главк һ. б.) булһа ла, Ахиллестан ҡурҡып, хәл иткес һуғышҡа инмәйҙәр.

Ахиллес Троил һәм Полидорҙы үлтерә, Ликаонды әсирлеккә ала.

Икенсе яҡтан, ахейҙар яҡшы нығытылған һәм һаҡланылған ҡаланы ала алмайҙар, тирә-яҡты аҙыҡ-түлек эҙләп бөлгөнлөккә төшөрәләр, Ахиллес етәкселегендә күрше ҡалаларға һөжүм итәләр.

Ахиллес Лесбосты, Фиваны баҫып ала. Әсирлеккә төшкән ҡыҙҙар араһында Текмесса, Хрисеида, Брисеида билдәле.

Паламед Энотроптар ярҙамында грек ғәскәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү әмәлен таба, әммә Одиссей, үс алырға теләп, уны мәкерле рәүештә һәләк итә.

«Илиада» ваҡиғалары

Күрәҙәсе әйткән 10-сы йыл килеп етә, уның ваҡиғалары «Илиада»ла һүрәтләнә. Аполлон жрецы Хрис гректарҙың лагерына килә, уларға әсирлеккә төшөп, Агамемнонда ҡол булған ҡыҙы Хрисеиданы түләү өсөн биреүҙәрен һорай.