Эстәлеккә күсергә

Портал:Ағымдағы ваҡиғалар/Беҙҙең берләшмә ваҡиғалары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан викимедиасылары төркөмө
Башҡортостан викимедиасылары төркөмө
Ағымдағы ваҡиғалар порталына рәхим итегеҙ!


Ағымдағы ваҡиғалар   Киң мәғлүмәт саралары беҙҙең турала/ СМИ о нас/ Media about us   Матди ярҙам /кошелёк/ purse   Башвики наградалары   en:Current events

2023

Февраль

  • 7.02.2023 «Башҡортостан викимедиясылары» төркөмөнең онлайн йыйылышы үтте. 2023 йылда Белоретта осрашыу, китап сығарыу, Өфөлә форум үткәреү, халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу кеүек саралар тураһында фекер алышыу булды.
  • 2.02.2023 Викикитапханала беренсе аудиокитап — Земфира Аҡбутинаның «Хәрефтәр килде ҡунаҡҡа» тигән китабы, автор үҙе уҡый.

Ғинуар

23.01.2023 «Бәйләнештә» селтәрендә БашВикиның балиғ булыуы айҡанлы сәсәндәр Әйтеш башланы. Әйтештә ҡатнашалар: Нур башы — Рөстәм Нурыев, Калинин районы; Алтынбикә — Фәүзиә Ҡотлогилдина, Ғафури районы; Шаһзада — Шәһүрә Асҡарова, Ҡыпсаҡ хан — Хәйҙәр Көмөшбаев, Шәмсибикә — Рима Рафиҡова, Өмөтбикә — Гүзәл Әхмәҙиева,

2022

декабрь

13.11.2022 Башҡорт теле көнө алдынан BashWiki роботы эшләй башланы.

Ошо һылтанма буйынса инеп төрлө һорауҙар бирергә мөмкин.

ноябрь

18.11.2022

Асҡында үткән «Минең кесе ватаным - Атайсал» 1-се муниципаль форумының «Тере тарих дәрестәре» майҙансығында ҡатнашып, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Фәнирә Нәбиуллина 2021, кесе ватаны, яҡташтары, һуғыш һәм тыл ветерандары тураһында мәғлүмәт йыйып, Башҡорт Википедияһында мәҡәләләр яҙыуы, конкурстарҙа ҡатнашыуы тураһында һөйләне.