Эстәлеккә күсергә

Минск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беларусь баш ҡалаһы
Минск
бел. Мінск
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Белоруссия

Статус

Беларусь баш ҡалаһы

Координаталар

53°55′ с. ш. 27°33′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

9 район

Председатель горисполкома

Шорец, Андрей Викторович

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1067 год

Элекке исеме

Мѣньскъ, Мѣнескъ, Мѣнскъ, Меньск, Менеск, Менск

Майҙаны

348,84[1] км²

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

220 м

Климат тибы

уртаса-континенталь

Халҡы

1 959 781[2] кеше (2016)

Тығыҙлығы

5530,6 кеше/км²

Агломерация

2 648 500 человек[3]

Милли состав

белорустар, рустар, украиндар, полятар

Этнохороним

минчане, минчанин, минчанка

Сәғәт бүлкәте

UTC+3

Телефон коды

+375 17

Почта индексы

220000-220141

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

Ҡалып:НП-Белоруссия/Автокод

Рәсми сайт

minsk.gov.by  (рус.)

Наградалары

Ленин ордены  — 1966 Герой-ҡала — 1974

Ҡала көнө

сентябрҙең икенсе шәмбеһе

Йылғалары

Свислочь, Немига, Лошица, Слепянка, Цна, Мышка, Тростянка

Минск (Белоруссия)
Минск
Минск

Минск (бел. Мінск) —  Белоруссия баш ҡалаһы,  Минск өлкәһе һәм Минск районының административ үҙәге, әммә уларҙың составына инмәй, сөнки айырым статуслы административ-территориаль берәмек булып тора.  "Герой-ҡала" исеменә эйә. Илдең эре транспорт, сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм фәнни үҙәге.  Минск агломерацияһының ядроһы. Минскиҙа  БДБ-ның штаб-фатиры урынлашҡан. Европала халыҡ һаны буйынса (ҡала яны тораҡтарында йәшәүселәрҙе иҫәпкә адмағанда) - унынсы, ЕАЭС-та өсөнсө урын биләй. Ҡала илдең географик үҙәгенән алыҫ түгел һәм Свислочь йылғаһында урынлашҡан.  Майҙаны 348,84 кв.км, халҡы — 1964,2 мең кеше (2016 йылдың 1 июленә)[2]алмайса, ҡала ауыр.

Этимологияһы

Минск. Свислочь йылғаһы  һәм Троицкое биҫтәһе күренеше

Ҡала исеме Птичи йылғаһының ҡушылдығы булған Меня (Менка) атамаһынан килеп сыҡҡан булыуы ихтимал.  Гидроним Меня  һинд-европа теленең *men- "бәләкәй" тигән һүҙе булыуы ла мөмкин, сағыштырып ҡарағыҙ - боронғо рус мьнии, православян *мьnjes — "кесе"[4], литовса menka — "бәләкәй, кесе"[5]. Тамырҙың аныҡ ниндәй телгә ҡарауын асыҡлауы ҡыйын, шулай ҙа  мен- (ман-) тамыры һинд-европа телдәрендә генә түгел, ә фин-уғыр,  мәҫәлән, мансиҙа  манья — "ҙур булмаған йылға" (мань — "кесе, ҙур түгел", мин — "йылға")[6]. Боронғо рус варианттары —  Мѣньскъ, Мѣнескъ, Мѣнскъ йылъяҙмаларҙа осрай[7]. Һуңыраҡ сығанаҡтарҙа ҡала аламаһы сығанаҡтарҙа  ятъ-һыҙ яҙыла — Менск, Менеск, Менск[8].

XVI быуат һуңында Минск һирәк-һаяҡ ҡына ҡулланыла[9], артабан полонизация көсәйеү менән "Миньск—Минск" формаһының ҡулланыу проценты   арта (XVII быуаттың икенсе яртыһы), әммә ул Менск булараҡ ҡулланыуҙан туҡтамай. "Менск" формаһы  XVIII быуатта[9] ғына рәсми документтарҙан юҡҡа сыға.

1502 йылдан башлап,  Минск формаһы  латин- һәм польяк телле документтарҙа ("Minsk", "Mińsk") файҙаланыла. Ҡала атамаһы поляк телендә  Минска-Мазовецки[8]  йәки украин һөйләштәре  [10] йоғонтоһонда шулай трансформациялана. XVIII быуат һуңында, Речь Посполитая бүленгәндән һуң,  "Минскъ"  яҙылышы "Mińsk"[11] поляк теле формаһында  урыҫ телле документтарҙа ныҡлы урын ала. 

Белорус телендә дөрөҫ яҙылышы һәм әҙәби норма  бары тик XIX быуат аҙағында[12][13][14] ғына формалаштырыла һәм был ҡала атамаһының формалләшеүендә лә сағылыш таба: ул шул ваҡытта ла нығынмаған була әле. Менск формаһын өулланыу телдә һаҡлана, быны  белорус этнографы Павел Шопилевский һәм Польша Батшалығының Географик һүҙлеге (1885) билдәләй. Шулай уҡ Шопилевский Минск атамаһының килеп сығышы тураһында легенда ла баҫтыра. Уға ярашлы, Минскка нигеҙ һалыусы Менеск була. 1916 йылдан белорус зыялылары мөхитендә  Менск-Белорусский (бел. Менск-Беларускі) атамаһы нығына. Ул немец һәм поляк оккупациялары йылдарында ла һаҡлана, белорус эмиграцияһы[11] документтарында ла файҙаланыла.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Географик  урыны

Йыһандан күренеш

Минск Минск ҡалҡыулығының көньяҡ-көнсығыш битләүендә, диңгеҙ кимәленән 220 метр бейеклектә урынлашҡан. 

Уның иң юғары өлөшө Лищинский урамындағы 8-се йорт артында теркәлә[15]. Иң түбән билдә (181,4 м) ҡаланың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Чижов биҫтәһендә.

Климаты

Уртаса-континенталь, атлантик диңгеҙ һауаһының йоғонтоһо бар. Йыллыҡ уртаса яуым-төшөм  — 700 мм. Йәй йылы, әммә эҫе  түгел. Уртаса тәүлек температураһы  июлдә +18,5 °C. Ҡыш йылы, бик йыш епшек, ғинуарҙағы уртаса температура -4.5 °C. Һуңғы йылдарҙа ҡышҡы осорҙа температура күтәрелеүе асыҡ күренә.

  • Йыллыҡ уртаса температура — +6,7 °C
  • Иң юғары температура (+35,8 °C) 2015 йылдың 8 авгусында теркәлә,  иң түбәне   (-39,1 °C) — 1940 йылдың 17 ғинуарында.
  • Елдең уртаса тиҙлеге — 2,4 м/с
  • Һауаның уртаса дымлылығы  — 77 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 10,3 13,6 18,9 28,8 30,9 35,7 35,0 35,8 31,0 24,7 16,0 11,1 35,8
Уртаса максимум, °C −2,1 −1,4 3,8 12,2 18,7 21,5 23,6 22,8 16,7 10,2 2,9 −1,2 10,6
Уртаса температура, °C −4,5 −4,4 0,0 7,2 13,3 16,4 18,5 17,5 12,1 6,6 0,6 −3,4 6,7
Уртаса минимум, °C −6,7 −7 −3,3 2,6 8,1 11,7 13,8 12,8 8,2 3,6 −1,3 −5,5 3,1
Абсолют минимум, °C −39,1 −35,1 −30,5 −18,4 −5 0,0 3,8 1,7 −4,7 −12,9 −20,4 −30,6 −39,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 45 38 44 42 65 89 89 68 60 52 48 49 690
Сығанаҡ: Погода и климат

Төрлө формалағы конденсаторҙар

  1. Государственный комитет по имуществу Республики Беларусь. ГУП «Национальное кадастровое агентство». см. файл «Таблица кадастровых стоимостей земель оценочных зон г. Минск.xlsx»
  2. 2,0 2,1 Численность населения на 1 января 2016 г. и среднегодовая численность населения за 2015 год по Республике Беларусь в разрезе областей, районов, городов и поселков городского типа.
  3. К ВОПРОСУ О ВЫДЕЛЕНИИ ГРАНИЦ МИНСКОЙ АГЛОМЕРАЦИИ Озем Г. З., Запрудский И. И.
  4. Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь. — М.: Русские словари: Астрель: АСТ, 2002. — С. 270. — 512 с. — 5000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  5. Электронный литовско-русский словарь
  6. Рогалев А. Ф. Географические названия в калейдоскопе времён. — 2-е изд. — Гомель: Барк, 2011. — С. 156—157. — 256 с. — ISBN 978-985-6763-71-0.
  7. Повѣсть временныхъ лѣтъ
  8. 8,0 8,1 Крамко І.І. Штыхаў Г. В. Калі Менск стаў Мінскам // Памяць: Гіст.-дакум. хроніка Мінска. У 4 кн. Кн. 1-я. — Мн.: БЕЛТА, П15 2001. С. 35
  9. 9,0 9,1 Крамко І.І. Штыхаў Г. В. Калі Менск стаў Мінскам // Памяць: Гіст.-дакум. хроніка Мінска. У 4 кн. Кн. 1-я. — Мн.: БЕЛТА, П15 2001. С. 36
  10. Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — М., 1986. — Т. 2. — С. 625.
  11. 11,0 11,1 Шыбека З. В., Шыбека С. Ф. Мінск: Старонкі жыцця дарэв. горада / Пер. з рускай мовы М. Віжа; Прадмова С. М. Станюты. — Минск: Полымя, 1994. — С. 10.
  12. Историческая справка | Архивы Беларуси
  13. Language Situation in Belarus-5
  14. Н.
  15. МЕНСК.